Рәсәй кимәлендә ойошторолған сара Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» ижтимағи-дәүләт ойошмаһы һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү Һәм уның ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән быйыл унынсы тапҡыр үткәрелә.
«Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсының финалы Өфө ҡалаһында 2026 йылдың 18 мартында үтәсәк.
Йәшләй генә һәләк булған яугир, бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың һөйөклө әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙына конкурстың республика этабында уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: Сибай концерт-театр берекмәһе сәхифәһенән.