Үҫмерҙәр ижади визитка әҙерләп килтергәйне. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнайҙар, сәйәхәт итергә яраталар икән. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүҙәрен әйтеп тә тормайым, унһыҙ булмай! Күптәре – “Беренселәр хәрәкәте”нең әүҙем ағзаһы ла.
Икенсе турҙа викторина һорауҙарына яуап эҙләһәләр, артабан Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған “Ғаиләм йолалары” видеолар конкурсы үтте. Иң аҙаҡтан төрлө халыҡ әкиәттәрен үҙҙәренсә дауам итеп ҡаранылар. Бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле килеп сыҡты.
Дөйөм һөҙөмтә буйынса өс призлы урын билдәләнде. Шулай итеп, еңеүселәр: Сафия Әбсәләмова (94-се лицей) Дияр Фазлетдинов (108-се мәктәп), Арина Ефремова (96-сы лицей). Эйе, был егет-ҡыҙҙар һәр яҡлап килгән. Сығыштарын һоҡланып ҡараныҡ. Ә Сафияға ҡала этабында уңыштар теләйбеҙ!
Автор фотолары.