+3 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Март , 10:55

Уҡыусылар өсөн конкурс

Республикала "Хәүефһеҙлек балалар күҙлегенән" тигән конкурс иғлан ителде. Унда 7-18 йәштәге балалар ҡатнаша ала. 

Уҡыусылар өсөн конкурс
Уҡыусылар өсөн конкурс

Конкурс өс номинацияла үтәсәк: "Һүрәт", "Буклет", "Видеоролик". Темалар күп, теләгәнеңде һайла ла ижад ит. Көнкүрештә, урамда, транспортта, һыуҙа, урманда, юлда, интернет селтәрендә һәм хәүеф янаған бүтән осраҡтарҙа үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен сағылдырырға кәрәк.

Эштәрҙе 10 апрелгә тиклем ҡабул итәләр. Һәр ҡатнашыусы бер генә плакат йә буклет ебәрә ала. Коллектив менән шулай уҡ бер генә видеоролик ебәрергә мөмкин.

Өс йәш төркөмөндә кәмендә өсәр еңеүсе билдәләнәсәк. Конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт уның Положениеһында яҙылған.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас