Беҙҙең гимназиянан Айназ Вәлитов, Розалина Нагаева, Сабина Сафина МХО-ла ҡатнашҡан аталары, ҡартаталары тураһында шиғыр һәм инша яҙҙы.
Еңеүселәрҙе «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина һәм «Аманат» республика балалар - үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин ҡотланы, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.