-7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Март , 18:05

Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ

12 март — күренекле татар яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуған көнө. Тап ошо көндө синыфташтарым Реналь Әхмәтйәнов, Айхан Ғималдинов, Таһир Рәхимов, Илмир Тәминдәров һәм Азалиә Шәфиева менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се гимназияһында «Ибраһимов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып ҡайттыҡ.

Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ

Ғәлимйән Ибраһимов Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуған. Тап ошо ауылдан — беҙҙең Таһир ҙа. Ул Солтанморат ауылы һәм уның күренекле шәхестәре тураһында эҙләнеү эше менән уңышлы сығыш яһап,  II дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Афарин!

Реналь менән Илмир ҡурай тураһында, Айхан менән Азалиә халыҡ бейеүҙәре тураһында һөйләне.

Мин үҙемдең сығышымда башҡорт телебеҙҙе һаҡларға һәм үҫтерергә өндәнем. Баһалама ағзалары апайҙары өлкән синыф уҡыусылары һәм студенттар менән бер рәттән яҡшы сығыш яһағаным өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Сарала Ғәлимйән Ибраһимовтың бер туған ағаһының ҡыҙы Миңһылыу Хәким ҡыҙы Фәйзуллина (Ибраһимова) булды. Ул беҙгә уңыштар теләне, иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.

Ошондай сараларҙа ҡатнашырға әйҙәп торған уҡытыусыбыҙ Розалиә Әхмәт ҡыҙына, ата-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт!

 

Әҙилә АҘНАБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Ибраһимов уҡыуҙарында ҡатнаштыҡ
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас