Ошо айҡанлы мағариф бүлегенең методисы Лариса Рифҡәт ҡыҙы Нуртдиноваға бер нисә һорау менән мәрәжәғәт иттем.
– Лариса Рифҡәт ҡыҙы, белеүемсә «Халиҡов уҡыуҙары» быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. Ниндәй маҡсаттар менән үткәрәһегеҙ?
– Яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы,филология фәндәре докторы, профессор, СССР Яҙыусылар ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әхнәф Харисовтың тормош һәм ижад юлын, халҡыбыҙҙың милли йолаларын өйрәнеү, һәләтле балаларҙы асыҡлау, патриотик тәрбиә биреү – фәнни-ғәмәли конференцияның төп маҡсаттары.
– Ниндәй темалар иғлан иттегеҙ?
– «Ә.Харисовтың тормошо һәм ижады», «Ә.Харисов ижадында –фольклор», «Төньяк-көнсығыш башҡорттарының фольклоры», «Ә.Харисовтың художестволы публицистикаһы» тигән темаларҙы тәҡдим иттек. Шулай уҡ ижади конкурсҡа уҡыусылар башҡорт телендә яҙылған шиғыр, ҡобайыр, иншаларын ебәрә ала. Ә уҡытыусы, тәрбиәселәрҙән өсөн дәрес, синыфтан тыш саралар үткәреү өлгөләрен көтәбеҙ.
– Ниндәй эштәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Йомғаҡлау этабына үҙенсәлекле, положение талаптарына тулыһынса тура килгән эштәрҙең авторҙарын саҡырабыҙ. Үткән уҡыуҙарҙа Тәтешле, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Бүздәк, Яңауыл, Краснокама райондарынан ҡатнашыусылар күп булды.
– Лариса Рифҡәт ҡыҙы, конференцияла ҡатнашырға теләүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Ҡәҙерле уҡыусылар, Әхнәф Харисовҡа бағышланған тикшеренеү эштәре башҡарһағыҙ, шиғыр, ҡобайыр, иншалар яҙһағыҙ, 30 мартҡа тиклем беҙгә ебәрегеҙ. «Харисов уҡыуҙары»на көтөп ҡалабыҙ.Уңыштар һеҙгә!
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы.