Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан да эш ебәргәндәр.
"Мин балалар баҡсаһына йөрөйөм. Конкурс тураһында ишеткәс, атайым Руслан Әхмәт улы менән оя эшләп ҡуйҙыҡ. Ул беҙҙең яҡҡа бала сығарырға килгән ҡоштарға буласаҡ. Ныҡ матурланған, төрлө төҫтәргә буялған ояға ҡоштар килмәй, ти атайым". Йәш дуҫыбыҙ Марсель Вәлиевтең һөйләгәндәрен Айгүзәл Йосопова яҙып алған.