Ижади бәйге Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан яугирҙар тураһында яҙған балалар өсөн ойошторолғайны. Конкурста республикабыҙҙың төрлө райондарынан 22 уҡыусы көс һынашты.
Еңеүселәрҙе «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина һәм «Аманат» республика балалар - үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин ҡотланы, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Рушана ҒИЛМАНОВА,
VIII «Б» синыфы уҡыусыһы.
Дыуан районы, Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы.