+2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
23 Март , 13:16

Уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала

“Мөһим темаға һөйләшеү” Бөтә Рәсәй премияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала
Уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала

Ул быйыл икенсегә ойошторола. Шуныһы мөһим: 2026 йылда педагогтар ғына түгел, уҡыуcылар, колледж студенттары ла премияға дәғүә итә ала. Уларҙы “Уҡыусыларҙан иң яҡшы видеоанонс” номинацияһында ҡатнашырға саҡыралар. Быйылғы уҡыу йылы темаларының береһенә ҡыҫҡа анонс эшләргә кәрәк була. Ҡатнашыу өсөн премия сайтында https://премияразговорыоважном.рф/ теркәлеп, 12 апрелгә тиклем видеоны ебәререү талап ителә. Шунда уҡ конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт тә алырға мөмкин.

Конкурсты ойоштороусылар – Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм “Балалыҡты, ғаиләне, тәрбиәне өйрәнеү институты”.

II “Мөһим темаға һөйләшеү” Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы 1 июндә Мәскәүҙә уҙасаҡ. Ҡатнашып ҡарағыҙ, дуҫтар.

Фото: ug.ru.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас