- https://rbsmi.ru/ сайтында шәхси кабинет асырға.
- “Подписка” тигән ерҙә “Йәншишмә”не табырға.
- Электрон вариантты һайларға һәм 9 айға яҙылырға: беренсе ярты йыллыҡҡа “апрель, май, июнь” тигәнгә баҫығыҙ һәм кәрзингә һалығыҙ. Икенсе ярты йыллыҡты тулыһынса билдәләгеҙ ҙә шулай уҡ “Кәрзингә” төймәһенә баҫығыҙ.
- Инде кәрзингә инһәгеҙ, 669 һумлыҡ заказды күрәсәкһегеҙ. “Оформить” төймәһенә баҫырға ғына ҡалды. Тәүге һан 3 апрель шәхси кабинетҡа “Мои подписки” тигән еренә киләсәк.
- Яҙылғас, беҙгә хәбәр итегеҙ. Итмәһәгеҙ ҙә, тулы исемлек беҙҙә күренә. Йыл аҙағына тиклем ошоға хәтлем уҡ яҙылып ҡуйыусылар ҙа уйында ҡатнаша. Приз – сымһыҙ ҡолаҡсын!
3 апрель – һуңғы көн! Төшкө 12-гә тиклем яҙылып өлгөрөгөҙ, йәме! Төштән һуң еңеүсене беләсәкбеҙ! Уны осраҡлы рәүештә лотереяла билдәләйәсәкбеҙ.