+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
27 Март , 06:05

Иң шәп педагогтар кемдәр?

26 мартта республикабыҙ педагогтары араһында уҙған биш һөнәри конкурстың еңеүселәре бүләкләнде.

Иң шәп педагогтар кемдәр?Иң шәп педагогтар кемдәр?
Иң шәп педагогтар кемдәр?

Тантана Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының күркәм тамаша залында уҙҙы. 

Иң-иңдәр кемдәр, тиһегеҙме?

"Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2026" конкурсының абсолют еңеүсеһе - Өфөләге 83-cө физика-математика лицейының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ангелина Степанова.

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара бәйгеһе еңеүсеһе - Өфөләге Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәге уҡытыусыһы Ләйсән Хәсәнова.

Иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - Октябрьский ҡалаһының 12-се мәктәбенән Эльмира Ҡадирова.

Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы - Дүртөйлө районы Черлак мәктәбенән мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Аптулаева.

Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе - Өфөләге 251-се балалар баҡсаһында эшләүсе Алһыу Селезнова.

"Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы йыл тәрбиәсеһе" конкурсы еңеүсеһе - Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 3-cө "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Шәрипова.

Республиканың иң яҡшы логопеды - Туймазылағы 2-се коррекцион интернат-мәктәптән Вероника Коновалова.

Иң яҡшы дефектолог исеменә Стәрлетамаҡтағы насар ишеткән балалар өсөн коррекцион интернат-мәктәптең уҡытыусы-дефектологы Ирина Ҡорманаева.

"СОТЫ" республика марафонының быйылғы еңеүсеһе - Өфө районы командаһы.

Еңеүселәргә мәғариф министрлығының дипломдары, ҡиммәтле бүләктәр, аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Донъяла иң абруйлыларҙан һаналған уҡытыусы һөнәренә дан йырланды, педагогтар өсөн ҙур тантаналы байрам булды кисәге көн. Абсолют еңеүсе Ангелина Степанова һәм иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып танылған Ләйсән Хәсәнова сығыш яһап, һөнәри конкурсты ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, Ләйсән Миңнәхмәт ҡыҙы "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Өфөнөң йыл уҡытыусыһы – 2026"еңеүсеһе булғайны. Ул - Ғафури районы Сәйетбаба ауылы ҡыҙы икән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, 10-cы мәктәптә эш башлаған. Фән кандидаты дәрәжәһенә эйә. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһынан Әлфинә Ғәбиҙуллина, Фәнүзә Киленбаева, Земфира Кинйәбаева, Альбина Мөхәмәтшина һәм Ләйсән Хәсәнова финалға үткәйне.

Ҡотлайбыҙ!

Фотолар: com, Ю.Кәримов.

 

 

 

 

Иң шәп педагогтар кемдәр?
Иң шәп педагогтар кемдәр?
Иң шәп педагогтар кемдәр?
Иң шәп педагогтар кемдәр?
Иң шәп педагогтар кемдәр?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас