

Быйылғы олимпиадала дүрт йүнәлеш буйынса көс һынашҡандар: "Программалаштырыу", "Яһалма аҡыл", "Робототехника", "Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге". Беҙҙең республиканан 8 уҡыусы диплом алған.
Өфөләге 161-се лицейҙан Никита Никитин һәм Стәрлетамаҡтағы З-сө башҡорт лицейынан Данил Зазацкий - "Робототехника" буйынса призерҙар.
Өфөләге Р.Кәримов исемендәге 42-се лицейҙан Никита Естехин менән Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙан Александр Торовин "Яһалма аҡыл" йүнәлешендә призлы урын алған.
"Программалаштырыу" буйынса приерҙар: Республика инженер интернат-лицейынан Марсель Истәков һәм Шамил Ғәбитов, Өфөләге 16-сы гимназиянан Александр Смагин.
Информатика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары мәғлүмәти технологиялар йүнәлеше буйынса Рәсәй юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инә ала. Шулай уҡ был уҡыусылар һәм уларҙың остаздары премия ла аласаҡ.
Фото: com.