"Оя бүләк итәйек" конкурсына эштәр бик күп килде. Ә күпме ҡошсоҡ өйлө булды! Беҙгә ояларҙа төпләнгән сыйырсыҡтарҙың фотоларын да ебәрҙеләр, ысын! Рәхмәт, балалар! Хәҙер еңеүселәрҙе билдәләр мәл етте.
Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, бер нисә призлы урын булдырҙыҡ. Уларҙы саҡ ҡына һуңыраҡ белерһегеҙ. Һеҙгә лә бер еңеүсене һайларға мөмкинлек бирәбеҙ. https://vk.com/club45440006?w=app7198399_-45440006 һылтанмаһы аша үтеп, күңелегеҙгә ятҡан фотоны һайлағыҙ. Тауыш биреү 12 апрель төшкө 12.00 сәғәткә тиклем барасаҡ. Башланыҡ!
Әйткәндәй, теге йәки был сәбәптәр араһында ҡайһы бер ҡатнашыусылар тауыш биреүгә ҡуйылмай ҡалһа, хәбәр итә һалығыҙ, өҫтәрбеҙ!