Сараны Өфөләге 1-се республика күп йүнәлешле полилингваль гимназияһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ярҙамында Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар унивеситеты менән бергәләп ойоштора.
Олимпиадала Башҡортостандан һәм Рәсәй төбәктәренән V–XI синыф уҡыусылары ҡатнаша. Быйыл беренсе һайлап алыу туры 16 февралдән 2 мартҡа тиклем олимпиаданың рәсми сайтында барҙы. Ә 1 апрелдә үткән йомғаҡлау этабына иң күп балл йыйған уҡыусылар саҡырылды.
Рәсәйҙең Свердлов өлкәһенән, Алтайҙан, Татарстандан, Саха, Бүрәт республикаларынан, Төньяҡ Осетия – Аланиянан күп телдәр белеүсе 70 уҡыусы килгәйне. Иң тәүҙә, әлбиттә, ҡунаҡтар өсөн Дуҫлыҡ монументына, Милли музейға, легендар генерал Шайморатов һәйкәленә экскурсия ойошторолдо.
Олимпиаданы асыу тантанаһында телһөйәрҙәрҙе 1-се республика күп йүнәлешле полилингваль гимназияһы директоры Ришат Камалов, Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илдус Ҡаһарманов, Башҡортостан Мәғариф министрлығының Милли белем биреү идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне. Сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналғайны. Төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәтен сағылдырған концерт номерҙары барыһының да күңеленә хуш килде.
Бәйгенең тәүге этабында уҡыусылар төрлө телдәрҙә бирелгән викторина һорауҙарына яуап бирҙе, үҙҙәре белгән телдәрҙә эссе яҙҙы. Икенсе этапта иһә “Полилингваль экспресс: Беҙ бергә – Рәсәй” тигән квест үттеләр. Унда төрлө төбәктәрҙән килгән тиҫтерҙәре менән бер командала эшләп, илебеҙ халыҡтарының мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли ризыҡтары буйынса белемдәрен күрһәттеләр.
Олимпиадала ҡатнашҡан уҡыусыларҙың етәкселәре өсөн төрлө темаларға оҫталыҡ дәрестәре, семинар ойошторолдо. Атап әйткәндә, патриотик темаға, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға нисек ярҙам итеүҙәре – хаттар яҙыуҙары, һаҡселтәрҙәр үреүҙәре, окоп шәмдәре эшләүҙәре тураһында гимназия педагогтары һөйләне.
Еңеүселәре кемдәр, тиһегеҙме?
I урын – Ольга Имыхелова. Бүрәт Республикаһының 1-се милли интернат-лицейы.
II урын – Резеда Шакирова, Татарстан, Аҡтаныштағы “Һәләтле балалар өсөн гуманитар интернат-гимназия”.
Иван Бадыкин, Алтай Республикаһы, Таулы-Алтай ҡалаһы, В.К.Плакас исемендәге республика гимназияһы.
Артур Хәсәнов, Башҡортостан Республикаһы, Өфөләге 1-cе күп йүнәлешле полилингваль гимназия.
III урын – Артур Чельдиев, Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһы, Владикавказ ҡалаһы, Алан гимназияһы.
Диана Рәхимйәнова, Башҡортостан Республикаһы, Нефтекама ҡалаһы, күп йүнәлешле полилингваль интернат-мәктәп.
Әминә Макарова, Саха Республикаһы, С.К.Макаров исемендәге Чурапса гимназияһы.
Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломдары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Фото: https://vk.com/rpmg1_ufa