Быйыл сығыштарҙың төп темалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлегенә һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүи илһөйәрлеккә арналды. Уҡыусыларым быйыл да XV Республика ғилми-ғәмәли конференцияһында әүҙем ҡатнашты. Розалина Нагаева Һәм Данис Йәлилов шиғыр һөйләүселәр конкурсы призерҙары булды Айназ Вәлитов һәм Рината Фәхретдинова ҡатнашыусы сертификаттарын алды. Асҡар Йәлилов һүрәт конкурсында еңеүсе тип табылды. Конференциянан яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.
Уҡыусыларҙы лайыҡлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайым һәм күрһәткән оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм.
Айгөл Сатлыҡова,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.