

Ул үҙенең шиғырҙарын конференцияның ижади эштәр блогында тәҡдим итте. Уның милләт-ара татыулыҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре идеялары менән һуғарылған әҫәрҙәре жюри тарафынан юғары баһаланды. Бындай күләмле сарала ҡатнашыу — Сабинаның әҙәби талантын ғына түгел, ә уның көнүҙәк ижтимағи темаларҙы тәрән аңлауын күрһәткән мөһим ҡаҙаныш.
Сабинаны ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан ижади уңыштар теләйбеҙ!
Айгөл САТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.