

Йәмғиәтте өйрәнеү буйынса һынау Татарстанда булды. Өфөнән Рената Жданова, Мария Ворсина, Мария Калеева, Аделина Дәүләтбаева, Туймазынан Эмилия Сәлимйәнова - призерҙар исемлегендә. Билдәле булыуынса, беҙҙең йыйылма команда ағзалары "Аврора" һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге проекты буйынса әҙерлек үткән.
Экология буйынса олимпиада Вологда өлкәһендә уҙған. Республикабыҙ данын 8 уҡыусы яҡлап, уларҙың өсәүһе призлы урын алыуға өлгәште. Улар - Рилана Кәримова, София Салангина, Ғәлиә Әүәлбаева. Өсөһө лә Өфөнән.
Ҡотлайбыҙ! Тырыш, һәләтле уҡыусылар олимпиадаларҙа ҡатнашып, уңышлы киләсәгенә юл аса. Рәсәй кимәлендә еңеүселәр һәм призерҙар илебеҙҙең юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана, шулай уҡ аҡсалата премия ла аласаҡтар.
Фото: education.bashkortostan.