

Был ярышты синыфташым Разалиә Аҡмөхәмәтова менән икәүләп ойошторҙоҡ. Етенселәрҙең командаһы – «Етеҙҙәр», ә алтынсыларҙыҡы «Отҡорҙар» тип аталды. Ҡатнашмағандар үҙҙәренең синыфташтарын дәртләндереп торҙо.
Туп менән йүгереү, ҡулсалар аша үтеү, кәзә аша һикереү, дартс уйыны, кёглдарҙы кәрзингә ырғытыу, беренсе ярҙам күрһәтеү... Командалар төрлө этаптарҙан торған һынауҙарҙа көс һынашты. Сәмләнеп, дәртләнеп ярыштылар. Ҡарап тороуҙары ҡыҙыҡ булды.
«Күңелле старттар» барыһына ла оҡшаны. Еңеүселәр билдәләнеп, иң-иңдәргә татлы приздар, грамоталар тапшырылды.
Был көндө еңелеүсе булманы, ә дуҫлыҡ еңде.
Дамир ҠАШҠАРОВ, VII синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.