+3 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
12 Апреля , 08:20

Өсөнсөләр — «Йәш космонавтар» уйынында

Космонавтика көнө алдынан III синыф уҡыусылары тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.

Өсөнсөләр  — «Йәш космонавтар» уйынындаӨсөнсөләр  — «Йәш космонавтар» уйынында
Өсөнсөләр — «Йәш космонавтар» уйынында

Улар «Йәш космонавтар» уйынында ҡатнашты. Уҡыусыларға йондоҙҙар араһында «сәйәхәт»кә сығырға лайыҡлы булыуҙарын иҫбатлау өсөн, бик күп мауыҡтырғыс һынауҙар үтергә тура килде.
Шулай уҡ улар үҙҙәренең белемдәрен «Космос белгестәре» викторинаһында тикшерҙе. Халыҡ-ара йыһан станцияһы эше, кешенең йыһанға тәүге осошо, йондоҙҙар һәм планеталар тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе. Балалар ысын космонавтҡа ниндәй сифаттар кәрәклеге тураһында айырыуса ҡыҙыу фекер алышты. Уйындан һуң һәр уҡыусы «Иң ҡыйыу космонавт» Дипломын алды.
Музей хеҙмәткәрҙәренә иҫ киткес уйын өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!

 

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Өсөнсөләр  — «Йәш космонавтар» уйынында
Өсөнсөләр  — «Йәш космонавтар» уйынында
Өсөнсөләр  — «Йәш космонавтар» уйынында
Өсөнсөләр  — «Йәш космонавтар» уйынында
Өсөнсөләр  — «Йәш космонавтар» уйынында
Өсөнсөләр — «Йәш космонавтар» уйынында
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас