

Театрлаштырылған тамашалар Башҡортостан Республикаһының мәғарифҡа, фәнгә һәм мәҙәниәткә ҙур өлөш индергән тарихи шәхестәре тураһында булды. Шарт буйынса спектаклдә халыҡ уйындары, бейеүҙәре, йырҙары – ғөмүмән, ауыҙ-тел ижады өлгөләре лә күрһәтелергә тейеш ине. Коллективтар был бурысты уңышлы атҡарып сыҡты.
Проект авторы – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаева. Ул балаларға үҙенең ҡотлауын аудиояҙма итеп ебәргән.
– Мөғжизәләргә иҫ киткес бай тылсым иле бит ул «Башҡортостан ынйылары»! Һәр сығыш тулҡынландыра. Күпме таланттар ошо сәхнәлә ҡанат нығытты! Сәхнә оҫтаһы булып китмәһәгеҙ ҙә, рухи байлыҡ алып ҡайтаһығыҙ. Был минуттар ғүмерегеҙгә иҫтә ҡаласаҡ. Ошонда килеүегеҙ – үҙе үк еңеү! – тип сәләмен еткерҙе ил инәһе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.
Финалда республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән ике тиҫтәләп коллектив ҡатнашты. Жюри ағзаларына ике көн буйы сығыштарҙы ҡарау һәм иң-иңдәрҙе билдәләү, ай-һай, еңелдән булманы.
Конкурсты ябыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Чупова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Надежда Самойлова тәбрикләне. Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне: мәғариф министрлығы вәкиле Вадим Рәхмәтуллин, «Аҡ тирмә» милли үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова, урынбаҫары Мәрүә Ғилметдинова, «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Римма Баймырҙина һәм башҡалар үҙҙәренең приздарын әҙерләгәйне.
Бына улар, еңеүселәр:
I урын – «Иләймән» коллективы (Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге гимназия, етәкселәре – Сәриә Ҡаһарманова, Гөлнара Ғилманова); II урын – «Аҡйондоҙ» коллективы (Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбе, Сәриә Яруллина); III урын – «Аманат» коллективы (Әлшәй районы Раевка ауылындағы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Әлфиә Вәлиәхмәтова, Гөлназ Зәйнуллина, Миләүшә Муллағәлина).
Ә Гран-при кемдәме? Миләүшә Ғәйфуллина етәкләгән «Хазина» коллективында! Ҡырмыҫҡалы районы Малай мәктәбендә 21 уҡыусы белем ала һәм уларҙың 15-е ошо театрҙа уйнай. Афарин, балалар!
Шулай уҡ иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ, ир-егет роле һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Беҙҙең гәзиттең махсус приздарын Йылайыр районынан Вәсилә Ҡоломбәтоваға, Хәйбулланан Ильяс Байғужинға, Әлшәйҙән Тимур Нафиҡовҡа, Мәсетленән Асҡар Закиров менән Диана Лотфуллинаға тапшырҙыҡ.
Сәхнәлә ынйылай балҡыған йәш актёрҙар – сәнғәтебеҙ киләсәге, тип әйтергә лә булалыр. Алда һеҙҙе ҙур уңыштар көтһөн!