Бәйгеләр
17 Апреля , 04:50

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Йыл һайын уҙғарылған «Оя бүләк итәйек» конкурсы быйыл да ныҡ әүҙем барҙы. Һеҙ, дуҫтар, атайҙарығыҙ, ағайҙарығыҙ менән ҡошсоҡтарға йорт яһанығыҙ. Сыйырсыҡтар ҡайтҡас, республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларында ағастарға яңы оялар эленде. Эй, шатланды инде ҡошҡайҙар!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Өфө, Учалы, Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Хәйбулла, Ауырғазы, Салауат, Бөрйән, Дыуан, Белорет, Ғафури, Әбйәлил яҡтарынан 40-тан ашыу эштең фотоһы килде. Ниндәйе генә юҡ ине ояларҙың! Афарин, оҫта ҡуллыһығыҙ икән!
Вәғәҙә иткәнсә, тауыш биреү юлы менән гәзит уҡыусылар иң беренсе үҙҙәренә оҡшаған ояны һайланы. Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Марсель Вәлиев, барыһын да артта ҡалдырып, 1167 тауыш менән «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында иң-иңе булды. Йәнә бер нисә еңеүсене беҙ, редакция хеҙмәткәр­ҙәре, төрлө номинацияла үҙебеҙ билдәләнек.
«Иң матур оя» – Ауырғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы баш­ҡорт гимназияһынан Таһир Рәхимов;
«Иң текә оя» – Салауат районы Янғантау мәктәбенән Салауат Мөхәмәтшин;
«Иң уңайлы оя» – Хәйбулла районы Аҡъ­ярҙағы «Бәпембә» балалар баҡсаһынан Мәҙинә Бүләкова;
«Иң сағыу оя» – Күмертауҙағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназиянан Вадим Ишҡолов;
«Иң тәбиғи оя» – Белорет районы Егәҙе мәктәбенән Дарина менән Данияр Ирғәлиндәр.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларға Почёт грамотаһы һәм бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә ҡалған ҡатнашыусыларға электрон Маҡтау ҡағыҙҙары әҙерләнә. Әүҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар!

 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас