Бәйгеләр
18 Апреля , 11:25

Экология фестивале гөрләп үтеп китте

Ул бөгөн Өфөләге Урмансылар паркында ойошторолдо. Бындай матур, йылы көндө паркта ял итеүе, дуҫтар менән күрешеүе ниндәй рәхәт! Ә конкурстарҙа еңеүселәр бүләктәр алып шатланды. Ниндәй конкурстар, тиһегеҙме?

Экология фестивале гөрләп үтеп киттеЭкология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте

Баш ҡаланың Совет районы Экология фестивале уңайынан бер түгел, өс бәйге иғлан иткәйне. "Сыйырсыҡ ояһы", "Бәхет ҡошо" һәм "Йәш журналист" конкурстарында Совет районында йәшәүселәр генә ҡатнашыуы күҙалланһа ла, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтергә теләүселәр географияһы күпкә киңерәк булып сыҡты. Ҡаланан ғына түгел, республикабыҙҙың төрлө райондарынан эштәр ебәргәндәр хатта! 

Бер ғариза ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Ҡатнашыусылар ныҡ күп булыуға ҡарамаҫтан, ойоштороусылар һәр балаға бүләктәр әҙерләгәйне. "Сыйырсыҡ ояһы"на килгән эштәр ике оҙон өҫтәлгә ҡуйылды. Ҡошсоҡтар өсөн йорттарҙың ниндәйе генә юҡ! Матур ҙа, уңайлы ла үҙҙәре. Еңеүселәрҙе билдәләгәндән һуң уларҙың бер өлөшө парктағы ағастарға эленде. Ҡалғандары "Өфө муйынсағы" һуҡмағын биҙәйәсәк.

"Бәхет ҡошо" конкурсына балалар ата-әсәләре менән бергә сағыу костюмдар әҙерләгәйне. Кескәйҙәр төрлө ҡоштар образында килгән. Ҡарап тороуы күңелле!

Ә бына "Йәш журналист" конкурсына балалар һәм үҫмерҙәр экологияға, тәбиғәт һәйкәлдәренә ҡағылышлы видеорепортаж эшләргә тейеш ине. Бында ла баһалама ағзалары эштәрҙе етерлек ҡабул иткән. Улар ҡыҙыҡ һәм уйландырырлыҡ килеп сыҡҡан.

Бүләкләү барышында тамашасылар матур концерт номерҙары ла ҡараны. Йәнә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, уйындар уйнарға тәғәйен майҙансыҡтар эшләне. Һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөл таба алды был көндә. 

Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Экология фестивале гөрләп үтеп китте
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас