

Һайлап алыу туры онлайн форматта 25 апрелдә үтәсәк. Йомғаҡлау этабы 31 майҙа лицейҙа була.
Буласаҡ инженерҙарҙы түбәндәге йүнәлештәр буйынса һорауҙар көтә:
▪ Математика
▪ Логика
▪ Урыҫ теле
▪ Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте
▪ Тәбиғәт фәне
▪ Инглиз теле
olymp.rilirb.ru/about/ сайтына инеп, олимпиада шарттары менән танышығыҙ, теркәлеү үтегеҙ: olymp.rilirb.ru
Белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, уҡыусылар. Еңеүселәргә һәм призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар тапшырыласаҡ.