+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
22 Апреля , 04:38

"Шаян лига" шаярта!

Өфөлә үткән “Шаян лига” бәйгеһенең суперфиналына республиканың төрлө райондарынан 10 команда килде. Уларҙың һәр береһе үҙҙәрендә үткән этапта еңеүсе булған. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

"Шаян лига" шаярта!"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!

Баһалама ағзалары һәр сығышты иғтибар менән ҡарап үҙ билдәләрен ҡуйҙы. Тамаша залы туп-тулы ине.

Шулай итеп, кемдәр һуң быйылғы еңеүселәр?

Гран-при – Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының “Етегән +1” командаһында!

I урын лайыҡлы рәүештә “17-се йыһан” командаһына (Өфөләге 17-се мәктәп) бирелде.

II урында – “Замана балалары” (Ишембай, Этҡол) менән “4К” (Ишембай, Кинйәбулат).

III урын – “Башстайл” (Өфө ҡалаһындағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), “Төньяҡ амурҙары” (Дыуан районы Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы), “Шилмалар” (Ишембай районы Көҙән мәктәбе), “Тупаҡ” (Әбйәлил районы Тупаҡ мәктәбе).

“Йыл асышы” – “Быймабаштар” (Әбйәлил, Атауҙы).

“Тамашасы һөйөүе” – Тәтешле районынан “ТТ” командаһы. 

Командалар бүләктәр алып һөйөндө. Уҡыусыларҙы КВН-ға әҙерләгән етәкселәргә лә дипломдар тапшырылды.

Ҡотлайбыҙ! Киләһе йыл да финалда көтәбеҙ!

 

Юлай Кәримов фотолары.

"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
"Шаян лига" шаярта!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас