Бәйгеләр
24 Апреля , 15:15

Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы

Бөгөн Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостан Республикаһы архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архив ойошторған "Минең шәжәрәм" IX республика асыҡ фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихыБыуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы

Бәйге "Башҡортостан - геройҙар ере. Ватан һағында" тип аталды һәм өс номинация буйынса үткәрелде.

1."Минең ата-бабаларым Ватан һағында". 
2. "Минең ватандаштарым - махсус хәрби операцияла ҡатаншыусылар".
3. "Башҡортостан - геройҙар төйәге".(Тауышлы видеопрезентация.)

Был конкурстың маҡсаты - йәш быуында республикабыҙҙың, илебеҙҙең тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Бәйгелә VII - XI синыфта белем алған уҡыусылар, урта һөнәри белем биреү учреждениелары, юғары уҡыу йорттары студенттары һәм 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнашты. Ил тарихы, әлбиттә, ғаилә тарихынан башлана. Конкурста ҡатнашыусылар фәнни-эҙләнеү эштәрен яҙғанда ғаилә архивы материалдарын да ҡулланған. Уларҙың хеҙмәте тарихты тулыландырыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә.

Барлығы 200-ләп эш тәҡдим ителгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы иғтибарға лайыҡ. Баһалама комиссияһы ағзалары иң яҡшыларын билдәләп, бүләкләү тантанаһына саҡырған.
Уҡыусылар араһында тәүге номинация буйынса еңеүсе - Өфөләге Н.И.Попов исемендәге исемендәге 128-cе мәктәптең X синыф уҡыусыһы Вилдан Абдуллин.

"Минең ватандаштарым – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар" номинацияһында Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенән VII синыф уҡыусыһы Наҙгөл Ваһапова һәм IX-нан Ислам Уразаев I урынға лайыҡ булды. Исламдың эше "Һигеҙ ағайым – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар" тип атала.

"Башҡортостан – геройҙар төйәге" видеопрезентациялар номинацияһында Күмертауҙағы 6-сы мәктәптең VIII синыф уҡыусылары Юлия Артамкина, Арина Чанышева, Антон Телешев һәм Октябрьскиҙағы башҡорт гимназияһынан IX синыф уҡыусыһы Тимур Йәғәфәров еңеү яуланы.

"Минең шәжәрәм" республика конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын, уларҙың етәкселәрен Башҡортостан Республикаһының архив идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин, Милли архив директоры Кинйә Күскилдин, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Айгөл Әминева, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Рөстәм Баянов һәм башҡалар тәбрикләне.
Конкурста ҡатнашыусылар шәжәрәләрен өйрәнеүҙе киләсәктә лә дауам итәсәктәрен белдерҙе. Билдәле шәхестәрҙең шәжәрәләренән торған күргәҙмәне лә ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

АВТОР фотолары.


 

 

Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Быуындар йылъяҙмаһында - ил тарихы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас