

Тәүҙә конкурстың муниципаль этабы уҙғайны. Унда бер төркөм еңеүселәр Ишембайға юлланды.
Милли мираҫыбыҙ «Урал батыр» ҡобайырын ятлаған уҡыусылар бик күп булып сыҡты. Матур, сағыу милли кейемдәге малай-ҡыҙҙар сәхнәлә үҙҙәрен иркен тота, төрлө милли музыка ҡоралдарында уйнай, оҫта итеп образға инә белә, тип һоҡланып ҡарап ултырҙым.
Быйыл икенсе тапҡыр ҡатнаштым. Уҙған йылда танышҡан малай-ҡыҙҙарҙы күреп шатландым. Һәр ҡайһыбыҙ быйыл тағы ла эпостан күберәк юлдар ятлап килгән ине. Сәмләнеп, тағы ла күберәк ятлау теләге менән ҡайттым әле.
Һөҙөмтәләр буйынса II урын алыуыма бик шатландым. Шулай уҡ сәхнәләштереү буйынса беҙҙең райондан Түрһәгәҙе мәктәбе коллективы II урын алды, Мораҙым ауылынан Карина Сатлыҡова апай «Еңеүгә ынтылыш» тигән диплом менән бүләкләнде. Төрөмбәт мәктәбенән бәләкәй Таңсулпан Хәсәнова ла бик матур, ышаныслы сығыш яһап, барыһын һоҡландырҙы.
Еңеүселәрҙе һәм призёрҙары Дыуан районында уҙасаҡ төбәк этапҡа саҡырҙылар. Сәсәниә Розалиә Солтангәрәева апай барыбыҙҙы ла маҡтаны, шулай рухлы, телебеҙҙе һөйөргә һәм ҡобайырыбыҙҙы тулыһынса ятларға өндәне. Сара ныҡ оҡшаны.
Әҙилә АҘНАБАЕВА, IV cиныф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.