+19 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бәйгеләр
29 Апрель , 20:55

Афарин, Әҙилә!

Баймаҡ ҡалаһында милли мәҙәниәтте һәм телдәрҙе үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булған «Урал Батыр» эпосын сит телдә башҡарыусылар бәйгеһе  үтте. 

Афарин, Әҙилә!Афарин, Әҙилә!
Афарин, Әҙилә!

Был сарала Билал мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Әҙилә Ғайсина үҙенең ижади һәләтен һәм тел белемен яҡшы итеп күрһәтеп, I урынға лайыҡ булды.

Уҙған йылда Әҙилә ошондай уҡ бәйгелә эпостың 50 юлын инглиз телендә ятлап ҡатнашҡан булһа, быйыл ул 80 юлды һөйләне. Был — уҡыусының ҙур тырышлығы һәм маҡсатҡа ынтылыуының һөҙөмтәһе.

Әҙиләнең уңыштары өсөн уның етәксеһе, инглиз теле уҡытыусыһы Рәйлә Йәнгилдинаға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.  Уңыштар теләйбеҙ!

 Сығанаҡ һәм фото: Биляловская сельская библиотека

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас