+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
4 Мая , 11:00

Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә

Баймаҡ районында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн йыл һайын «Сафтарҙа тигеҙ атлау һәм йырҙар» конкурсы үтә. Ул «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙа.

Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫәБаймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә

Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналғайны. Был бәйге үҙ-ара ярышыу, сығыш яһау өсөн генә ойошторолмай, ә һуғыш геройҙарына хөрмәт күрһәтеү ҙә булып тора. Шулай уҡ конкурс балаларға үҙҙәрен тарихтың бер өлөшө итеп тойорға мөмкинлек бирә, илһөйәрлек һәм үткәндәргә хөрмәт һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләй. Былар барыһы ла конкурстың төп маҡсаты булып тора.

Бәйгелә ҡала һәм райондың ете балалар баҡсаһы ҡатнаша. Балалар үҙ-ара килешеп эш итеүен, командаларҙы үтәү һәм йырлау оҫталығын күрһәтә. Жюри командирҙың рапортын, тышҡы ҡиәфәтен, командаларҙың аныҡлығын, тәртибен, сафтарҙа тигеҙ атлауҙарын һәм йырҙың башҡарыу сағыулығын баһаланы. Шулай итеп, I урын —  «Күбәләк», II урын «Толпар»ға булһа, III урынды «Йондоҙло» балалар баҡсаһы бүлеште.

«Отрядтың иң яҡшы командиры» номинацияһында «Толпар» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Айгүзәл Әминева еңеп сыҡты.

Әлеге йәш, ҡыуыу илһөйәрҙәрҙе әҙерләгән уҡытыусылар айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Афарин!

Сығанаҡ  һәм фото: Баймакский район Республики Башкортостан

Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Баймаҡта илһөйәрҙәр үҫә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас