+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
5 Мая , 09:05

Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!

«Урал батыр» — башҡорт халҡының иң боронғо һәм иң ҙур ҡомартҡыһы. Был эпоста яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, ғәҙеллек менән ҡурҡаҡлыҡ араһындағы көрәш бәйән ителә.

Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!
Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!

Эпосты белгән, яттан һөйләгән кешене борон сәсән тип атағандар. Беҙҙең Баймаҡ районында ла шундай сәсәндәр үҫә. Уларҙың береһе — «Йондоҙло» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе, 5 йәшлек Амаль Ильясова.

Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында данлыҡлы «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсы уҙғарылғайны. Ул бәйгелә беҙҙең Амаль I урын яулап беҙҙе ҡыуандырғайны.

Тырыш, уңған ҡыҙ хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында уҙғарылған «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк - ара конкурсында ла һынатманы. Лайыҡлы сығыш яһап, III урынға эйә булды. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Кескәй генә булһа ла, эпостың 153 юлын яттан һөйләп, тамашасыларҙың, абруйлы жюри ағзаларының күңелдәрен уҙенең сослоғо, саялығы, тырышлығы, отҡорлоғо менән яулап алды. Ысынлап та, Амаль эпосты яттан ғына һөйләмәне, ә уның эстәлеген, йөкмәткеһен бик тәрән аңлап, оло рух менән башҡарҙы. Уның сығышында Урал батырҙың батырлығы, әҙәм балаһына ҡалдырған изге васыяттары сағылыш тапты.

Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!

Шулай уҡ Гөлзиә Айрат ҡыҙына һәм Азамат Хәйҙәр улына аҡыллы ҡыҙ тәрбиәләгәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Резедә МӨХӘМӘТШИНА,

«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!
Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!
Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас