+29 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бәйгеләр
5 Май , 10:40

Йәш кейеҙ оҫталары өсөн конкурс

Танылған йырсы, кейеҙ баҫыу оҫтаһы Зилә Лира яһаған кейеҙ китапты күргәнегеҙ бармы?

Йәш кейеҙ оҫталары өсөн конкурсЙәш кейеҙ оҫталары өсөн конкурс
Йәш кейеҙ оҫталары өсөн конкурс

Республика уҡыусылары араһында башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич тормошона һәм ижадына арналған эштәргә конкурс иғлан иткәс, береһенән-береһе матур, сағыу эштәр килә. Һуңынан балаларҙың кейеҙҙән яһаған һүрәттәрен ошолай китап итеп һаҡларға ҡарар итә. Зилә Лира уны төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтә, халыҡ һоҡланып ҡарай. Бигерәк үҙенсәлекле килеп сыҡҡан шул! 48 һүрәт килә, шуларҙың 14-е финалға сыға. Ағиҙел, Дәүләкән, Октябрьский, Өфө ҡалалары һәм Әбйәлил, Дүртлөйлө, Өфө, Учалы, Саҡмағош райондары рәссамдарының эштәре китапҡа инә. Тышлыҡта – Гран-при яулаған Диана Ғәлиуллинаның кейеҙ һүрәте.

Әле тағы республика балалары һәм үҫмерҙәре араһында мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған “Кейеҙ мөғжизә: Аҡмулла образы” тигән конкурс иғлан ителгән. Уның шарттары Республика халыҡ ижады үҙәге (vk.cc/cKhapg) сайтында яҙылған. 18 майға тиклем ҡатнашыу өсөн ғариза һәм әҙер эшеңдең фотоһын kcataysal@mail.ru адресына ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр эштәренән күргәҙмә һәм бүләкләү тантанаһы 1 июндә “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә буласаҡ. Ҡатнашығыҙ, дуҫтар.

Фото: com.

Йәш кейеҙ оҫталары өсөн конкурс
Йәш кейеҙ оҫталары өсөн конкурс
Йәш кейеҙ оҫталары өсөн конкурс
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас