

Был конкурста ауыр тормош шарттарына дусар булған 7-17 йәшлек балалар ҡатнашҡайны. Улар - балалар йорттарында, приюттарҙа, коррекцион үҙәктәрҙә тәрбиәләнеүселәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, туғандары.
Быйылғы сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар дуҫлығы һәм Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Конкурсҡа Башҡортостандан ғына түгел, күрше республикаларҙан, Донецк халыҡ республикаһынан, Зопорожье өлкәһенән дә ҡатнаштылар. Һәләтле балаларҙың эштәрен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт әһелдәре, рәссамдары баһаланы. Жюри ағзалары конкурс финалистары өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе.
Был изгелек һәм ижад байрамында ҡатнашҡан балалар Өфөнән күңелдәре үҫеп, яңы проекттар өҫтөндә эшләргә дәртләнеп ҡайтҡандыр. Ниндәй генә ауыр тормош шарттарында ҡалһаң да яҡшылыҡҡа ышанысты юғалтмаҫҡа, алға, яңы бейеклектәргә ҡыйыу атларға кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр төшөнгәндәрҙер, тип ышанабыҙ.
Фото: bashnl.ru.