+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
15 Мая , 04:40

Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!

«Урал батыр» — башҡорт халҡының иң боронғо һәм иң ҙур ҡомартҡыһы. Унда яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, ғәҙеллек менән ҡурҡаҡлыҡ араһындағы көрәш бәйән ителә.

Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!
Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!

Эпосты белгән, яттан һөйләгән кешене борон сәсән тип атағандар. Беҙҙең Баймаҡ районында ла йәш сәсәндәр үҫә. Уларҙың береһе — «Йондоҙло» балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе, 5 йәшлек Амаль Ильясова.
Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында данлыҡлы «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсы уҙғарылғайны. Был бәйгелә беҙҙең Амаль I урын яулап ҡыуандырғайны.
Тырыш, уңған ҡыҙ хозур тәбиғәтле Әбйәлил районында уҙғарылған «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара бәйгеһендә һынатманы. Лайыҡлы сығыш яһап, III урынға эйә булды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Кескәй генә булһа ла, эпостың 153 юлын яттан һөйләп, тамашасыларҙың, абруйлы жюри ағзаларының күңелдәрен үҙенең сослоғо, саялығы, тырышлығы, отҡорлоғо менән яулап алды. Ысынлап та, Амаль эпосты яттан ғына һөйләмәне, ә уның эстәлеген, йөкмәткеһен бик тәрән аңлап, оло рух менән башҡарҙы. Уның сығышында Урал батырҙың батырлығы, әҙәм балаһына ҡалдырған изге васыяттары сағылыш тапты. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!
Гөлзиә Айрат ҡыҙына һәм Азамат Хәйҙәр улына аҡыллы ҡыҙ тәрбиәләгәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 



Резедә МӨХӘМӘТШИНА, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас