+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
15 Мая , 06:52

Өр-яңы конкурс!

2026 йыл республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы “Минең ғаиләм” тигән конкурсыбыҙ башлана. Ул ике номинацияла барасаҡ. Конкурсты бөгөн, 15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә иғлан итәбеҙ.

Өр-яңы конкурс!Өр-яңы конкурс!
Өр-яңы конкурс!
  1. Фотоконкурс. Ғаиләгеҙ менән бергә күңелле һәм файҙалы ваҡыт үткәргән сағығыҙҙы эләктергән кадрҙар һаҡланамы? Беҙгә ебәрегеҙ! Фотолар быйылғы, башҡа сайттарҙа күренмәгән булырға тейеш. Ғаиләнең фамилияһы, йәшәгән урыны күрһәтелеүе мотлаҡ. Нисә кешенән тора, яратҡан шөғөлдәре – үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа мәғлүмәт тә өҫтәргә була. Конкурсҡа 18 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙан эштәр көтәбеҙ.
  2. Шиғырҙар конкурсы. Ғаилә темаһына бығаса бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән – гәзит, журнал биттәрендә, интернет-сәхифәләрҙә баҫылмаған яңы шиғырҙар ҡабул ителә. Шулай уҡ авторҙың исем-фамилияһын, район, ауыл (ҡала), мәктәп, синыфын яҙырға онотмағыҙ. Конкурста 18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша.
  3. Ҡалған гәзит алдырыусыларҙы ла онотмайыҡ әле! 18 йәштән өлкәндәр өсөн дә шиғырҙар конкурсы иғлан итәбеҙ. Бығаса баҫылмаған яңы шиғырҙар көтәбеҙ һеҙҙән дә. Авторҙың исем-фамилияһы, йәшәгән ере булыуы мотлаҡ. Апай-ағайҙар, әсәй-атайҙар, инәй-олатайҙар; тәрбиәселәр, уҡытыусылар... – һәр кем ҡушыла ала.

Конкурсҡа ебәрелгән эш менән бергә “Йәншишмә”гә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу квитанцияһын һалырға кәрәк. Гәзиткә яҙылмаған ҡатнашыусыларҙың эштәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баһаланмай.

Конкурсты йомғаҡлау 8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә планлаштырыла. Сроктарҙың үҙгәреүе лә мөмкин. Еңеүселәргә приздар, Почет грамоталары әҙерләнә.

Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас