

Унда Башҡортостандың 13 ҡалаһынан һәм 18 районынан, Силәбе өлкәһенән 400-ләгән музыкант үҙ оҫталығын күрһәтте.
Иң йәше Сибай ҡалаһынан 7 йәшлек Эмир Савинкин булһа, иң өлкәне - Бөрйәндән 65 йәшлек Ринат Абдуллин.
Гран-приға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Динар Абдуллин лайыҡ булды. Ансамблдәр араһында 16 йәшкә тиклемгеләр араһында конкурстың I дәрәжә лауреаттары - Дәүләкәндән Р.Х.Тимеров етәкселегендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле;
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат- гимназияһының В.Р.Баймырҙин етәкселегендәге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле.
16 йәштән өлкәндәр араһында - Белорет ҡалаһының " Иҙел башы", Бөрйән районының "Мәсемташ" халыҡ ансамблдәре еңеүсе.
12 йәшкә тиклемге солистар араһында Өфөнән Әмир Кәримов һәм Октябрьский ҡалаһынан Михаил Бронников иң-иңе булып танылды.
12-16 йәшлектәр араһында Баҡалынан Азамат Ханнанов I урын яуланы.
16 йәштән өлкәнерәктәр араһында Өфөнән Илгиз Нәҙерғолов, Баймаҡ районынан Хәбир Аралбаев, Әлшәй районынан Нияз Ғиззәтуллин еңеү яуланы. Ғаилә ансамблдәре араһында Баҡалы районынан Ханнановтар ғаиләһе - I урында.