

Проект йәштәр араһында спортҡа иғтибарҙы йәлеп итеүгә, милли спорт төрҙәрен популярлаштырыуға, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға, йәштәрҙе физик әүҙемлеккә йәлеп итеүгә һәм башҡа илдәрҙә үтәсәк халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн иң яҡшы спортсыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.
Чемпионатта ҡатнашыу өсөн спортсылар ике йәш категорияһында саҡырыла: 7 йәштән 16 йәшкә тиклем һәм 17 йәштән өлкәндәр.
Быйыл ярыш «Биш ашыҡ» төрө буйынса үтәсәк.
Чемпионат сиктәрендә ашыҡтар ҡулланып уйналған милли уйындарҙың «Биш ашыҡ», «Ямғыр-ашыҡ», «Ашыҡ атыу», «Бәйге» төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ.
Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2026 йылдың 18 майынан 29 майына тиклем «Атайсал» Мәҙәниәт үҙәгенең электрон почтаһына ҡабул ителә - kcataysal@mail.ru
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (937) 168 64 34, 8 (996) 580 17 22
Үткәреү урыны: Совет майҙаны, Аҡмулла һәйкәле янындағы тирмә.
Ойоштороусы: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы; Республика халыҡ ижады үҙәге.