

Ул 2010 йылда “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме менән ойошторола башлай. Хәҙер конкурс ҙур танылыу алды, уны үткәреүҙә Өфө ҡала хакимиәте, Мәҙәниәт, Мәғариф, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Фән буйынса дәүләт комитеты ярҙам итә. Был сарала һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, күп балалы ғаиләләрҙән ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең һәләтен күрһәтә ала.
Фестивалдең офоҡтары ла киңерәк хәҙер. Ижади конкурста йыр, бейеү, музыка, ымлап йырлау, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн кейем дизайны һәм тегеү кеүек номинациялар булһа, “Мәғариф” бүлегендә VIII-X синыфта уҡыусыларҙың олимпиадаларҙағы уңыштары тураһында портфолиолары ҡарала.
“Таланттар йондоҙлоғо” конкурсының директоры – “Әсәләр советы” төбәк йәмәғәтселек бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы инвалидтар мәсьәләләре буйынса координация советы ағзаһы Гөлшат Ибраһимова. 2010 йылдан алып ойоштора ул был бәйгене.
Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында 15-се тапҡыр уҙған иҫтәлекле конкурстың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Ауыр тормош һынауҙарына дусар булған балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн бик мөһим, ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеге биргән, сағыу тәьҫораттар бүләк иткән сара ул.