

Уҡыу йылы тамам!
Уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барларға уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар ғына түгел, мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Гел “бишле”гә өлгәшеүселәрҙе, конкурс призёрҙарын, олимпиада еңеүселәрен гимназия директоры Фәнил Бүләков, Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сынтимер Баязитов, Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Риф Иҫәнов, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова һәм башҡалар сәләмләне. Уҡыусыларға Почёт грамоталары тапшырҙылар, артабан да башҡаларға өлгө булыуҙарын теләнеләр.
Ә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ейәне, билдәле табип Таһир Әминов менән уның ҡатыны, БР атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова, һәр йылдағыса, иң шәп уҡыусыларға аҡсалата премия әҙерләгән. Быйыл гимназияның иң яҡшы уҡыусылары тип XI “А” синыфынан Камилла Хәлилова һәм Роберт Хәйбуллин табылды.
Һарыҡты кем яуланы?
Рәсми өлөштән һуң һабантуй башланып китте. Гимназия уны “Рәсәй йәштәре” ойошмаһы уҙғарған гранттар конкурсында еңгән аҡсаға ойошторҙо.
Спорт ярыштары, милли уйындар, шахмат, оҫталыҡ дәрестәре – һабантуйҙа һәр бала үҙенең күңеленә хуш килгән шөғөл тапты. Иң ҡыҙығы, әлбиттә, көрәш булды. Майҙансыҡҡа йыйылыусылар Риф Иҫәнов ағайҙары алып килгән һарыҡ кемгә эләгерен түҙемһеҙләнеп көттө. Бил бирмәҫ батыр тип VIII “Б” синыфынан Саян Нафиҡов табылды. Афарин!
Эх, сағыу сығыштар!
Ҡунаҡтарға матур концерт әҙерләнгәйне. Һәләтле уҡыусылар йырлап та, бейеп тә күңелде күтәрҙе. “Атайсал” республика халыҡ ижады үҙәгенең “Ауаз” фольклор ансамбле лә моңло күстәнәс менән килгән. “Шатлыҡ” ансамбле йырсылары, “Тимер”, “Импульс” бейеүселәре һәм башҡа сығыш яһаусыларға гөрләтеп ҡул сапты тамашасылар. Байрамды алып барыусы һәләтле педагог Миңзәлә Яхина үҙе лә йыр бүләк итте.
Күңелле тамашанан һәр кем дәрт алып таралышты.