

Ике ҡыҙым, бер улым бар,
Улар – миңә таяныс.
Балам шатлығын күрергә
Донъялар булһын тыныс.
Балам, тип, күҙҙәр асам,
Балам, тип, йоҡлап китәм.
Балаларға бағышлаған
Ғүмер йомғағым һүтәм.
Минең ғаиләм – минең байлыҡ,
Һәр бер балам ҡәҙерле.
Йөрәгем аша үткәрәм
Һеҙгә ошо һүҙҙәрҙе:
“Балаларым, өс бөртөгөм,
Ҡурҡмай алға атлағыҙ!
Апайым, тип, туғаным, тип,
Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Яҡының булыу – оло бәхет,
Шуны аңлап йәшәгеҙ.
Һеҙгә оҙон ғүмер теләп,
Яратып, әсәйегеҙ”.
Илүсә ЙӘЛИЛОВА.
Ауырғазы районы,
Талбазы ауылы.