+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
2 Июня , 08:13

"Китап" байрамында ла сығыш яһанылар

Быйылғы "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсында Дыуан районы уҡыусылары ла уңышлы сығыш яһаны.

"Китап" байрамында ла сығыш яһанылар"Китап" байрамында ла сығыш яһанылар
"Китап" байрамында ла сығыш яһанылар
Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ 3 номинацияла ла ҡатнашты. Сәхнәләштереүҙә Алгиз Ғәлимов, Рияз Ғилметдинов, Алтынай Йәнгирова һәм Аида Йомағужина үҙ ролдәрен бик ихлас уйнап, тамашасы һөйөүен яуланылар.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Рияз М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның махсус призына лайыҡ булды.
"Урал батыр" эпосын иң яҡшы белеүсе" конкурсында Аида Йомағужина - еңеүсе, ә Рияз Ғилметдинов призер булды!
Шулай уҡ беҙҙең лицеистар Халыҡ-ара "Китап байрамы" фестивалендә йомғаҡлау өлөшөндәге сәхнәләштереүҙә лә сығыш яһанылар.
Афарин, уҡыусылар! Киләсәктә лә матур сығыштар, ҙур уңыштар юлдаш булһын!

Беҙгә ҙур ышаныс белдереп, һәр яҡлап ярҙам иткән директорыбыҙ Ғәбитов Руслан Марс улына, яҡшы юлдарҙан йөрөткән водителебеҙ Радил Радул улына, ата-әсәләргә рәхмәтлебеҙ. 
 
 
 
"Китап" байрамында ла сығыш яһанылар
"Китап" байрамында ла сығыш яһанылар
"Китап" байрамында ла сығыш яһанылар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас