+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
9 Июня , 04:05

Иғтибар: йәйге бәйге башланды

Ура! Бөтәгеҙ ҙә һағынып көткән йәмле йәй ҙә етте!

Иғтибар: йәйге бәйге башландыИғтибар: йәйге бәйге башланды
Иғтибар: йәйге бәйге башланды

Оҙайлы, мәшәҡәтле уҡыу йылынан һуң туйғансы ял итер­һегеҙ, рәхәтләнеп саф һауала уйнап, ҡояшта ҡыҙынып, һыу инеп һаулығығыҙҙы нығытырһығыҙ. Көндәр генә матур торһон. Эҫеһе лә кәрәк, ямғыры ла булһын, эйе бит?!
Йәйге ялды һәр кем үҙенсә үткәрә инде. Моғайын, күптәрегеҙ һауыҡтырыу лагерында ял итер. Кемдәрҙер ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, синыфташтары менән төрлө иҫтәлекле урындар­ға сәйәхәт ҡылыр, походтарға сығыр. Арағыҙҙа йәйгеһен аҡса эшләргә теләүселәр ҙә бар­ҙыр. Мәҫәлән, ауылда мал көтөп, емеш-еләк йыйып һатып, өлкәндәргә берәй эштә ярҙам итеп. Быны хупларға, маҡтарға ҡала.
Әлбиттә, ауыл малай­ҙары, ҡаланан ҡунаҡҡа килгәндәр балыҡ та ҡармаҡлар әле. Тиҙҙән емеш-е­ләк бешә, ҡыҙҙар, һеҙ кәрзиндәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә матур ял теләп, «Минең өс айым» конкурсын иғлан итәбеҙ. Өс ай буйына ниҙәр башҡарасаҡһығыҙ, ҡайҙарҙа булырһығыҙ? Ниндәй мажараларға тарынығыҙ? Шаҡ ҡатырғыс, ҡыҙыҡлы хәлдәргә осранығыҙмы? Һеҙҙән йәйге каникулығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ тураһында матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Сифатлы фотолар һалырға ла онотмағыҙ.
Бәйгебеҙ 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Иң-иңдәргә редакцияның Почёт грамотаһы, иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.
Йә, кемегеҙ башлап ебәрер икән конкурсты? Иң тәүге хат авторын да бүләк көтә.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас