

Әсәйем бәлеш бешерҙе,
Керҙәрҙе йыуып элде.
Атай балалар баҡсаһынан
Алып ҡайтты һеңлемде.
Магазинға барып килдек,
Уйынсыҡтарҙы йыйҙыҡ.
Тәмле-татлы ризыҡтарҙы
Өҫтәлебеҙгә теҙҙек.
Эх, танауҙы ҡытыҡлай
Боҫло ит, аш еҫтәре.
Алма, еләк бәлешенән
Килә йәйҙең тәмдәре.
Түңәрәк өҫтәл тирәләй
Яҡындарым йыйылған:
Атай, әсәй, һеңлем һәм мин –
Минең түңәрәк донъям!
Даниэль ҒИБӘҘУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы, 103-сө мәктәп.