

Төрөмбәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәсимә һәм Айнур Сәйфетдиновтар тарафынан әҙерләнгән байрам быйыл да тәбиғәт ҡосағында – йәмле Өршәк йылғаһы буйында булды. Унда ауыл балалары менән бергә олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа ҡатнашты.
Беҙ бергәләп «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Йөҙөк һалыш» уйнаныҡ. Шаярып, көлөп, йырлашып алғас, әсәйҙәр һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Әлбиттә, байрам булғас, бүләкһеҙ ҙә булмай инде. Минең әсәйем Инира Мәжит ҡыҙы алдан әҙерләгән бүләктәрен изге теләк теләп, һәр беребеҙгә таратып сыҡты.
Киләсәктә тағы ла тәбиғәт ҡосағында ял итергә һөйләшеп таралыштыҡ.
Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы, Сәлих ауылы.