

Әсәйем Гөлнара Хәсән ҡыҙы менән атайым Илдар Нурислам улы өс бала тәрбиәләй.
Әсәйем бишенсе бала булып донъяға килә. Ул Ҡолғона ауылында Ноғман Мусиндың йорт-музейында эшләп йөрөй. Үҙе сәскәләр үҫтерергә ярата. Йорт алдында ниндәй генә сәскәләр юҡ! Күҙҙең яуын алып торалар. Ҡыш көнө өй алдына төрлө ҡар һындар эшләй. 2024 йылда Ишембай районы ауылдары араһында 1-се урын яуланы. Әсәйем төрлө яҡлап булдыра.
Атайым матур тәбиғәтле Белорет районының Һаралы ауылында тыуып үҫкән. Ул – хәстәрлекле атай. Йырларға ярата.
Инсаф ағайым Ишембай нефть колледжының икенсе курсында белем ала. Ул бик тырыш, ата-әсәйебеҙ ҡушҡан һәр бер эште еренә еткереп башҡара.
Гөлиә апайым IX синыфты тамамланы. Ул "5" билдәләренә генә уҡый. Йырларға ярата, әсәйебеҙгә баҡса эштәрендә ярҙамлаша.
Үҙем өсөнсөнө тамамланым. Мин дә – бик тырыш ҡыҙыҡай. Йырларға, бейергә әүәҫмен.
Ғаиләм – ҡәлғәм
Был тормоштоң ялҡынынан,
Буранынан, һалҡынынан,
Ҡоролоғо, ташҡынынан,
Бысрағынан, юшҡынынан
Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ғаиләм!
Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде ихлас тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан-яҡын ғаиләм!
Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ көнсөллөк, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!
Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!
Илнара ВӘЛИЕВА.
Ишембай районы,
Ҡолғона ауылы.