+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
25 Июня , 09:33

Магнит ҡалаһына сәйәхәт

Ямғыр яуып тор­ғанда сә­йәхәт итеү оҡшаймы һеҙ­гә? Тап шун­дай көн­дәр­ҙең береһендә беҙ, лицейҙың V синыф уҡыусылары, шулай уҡ туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге ағзалары, Магнитогорск ҡалаһына юлландыҡ. Теләк бер ине – ямғырлы мәлдә рәхәтләнеп һыу инеп, йөҙөп ҡайтыу!

Магнит ҡалаһына сәйәхәтМагнит ҡалаһына сәйәхәт
Магнит ҡалаһына сәйәхәт

Ниһайәт, ҡалаға килеп еттек. Аквапарк бинаһына ингәс, синыф етәксебеҙ Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы Ғүмәрова ентекле итеп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты.
Ниндәй генә аттракцион юҡ бында! Джакузи, фонтан, һыу ағып торған тауҙар, тарзанкалар... Өс сәғәт ваҡытыбыҙ «һә» тигәнсе үтеп тә китте. Асығып та кителгән икән. Шуға икенсе туҡталышыбыҙ ашханала булды. Рәхәтләнеп, нимә теләйбеҙ, шуны алып ашаныҡ.
Артабан ҡаланың Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы хәтирәләренә бирелдек. Синыф етәксебеҙ «Тыл – фронт­ҡа» тигән мөһабәт монумент тарихын һөйләне. Уралда ҡойолған ҡылысты Волгоградта Ватан-әсә юғарыға күтәргән, ә Берлинда Еңеүҙән һуң совет һалдаты ҡоралын түбәнгә төшөргән икәнен белдек. Илназ менән Анэлия Волгоградта Ватан-әсә һәйкәлен күреүҙәрен әйтте.
Сәйәхәт беҙгә бик оҡшаны. Уҡыу йылын ошолай күңелле итеп тамамлауға күп көс һалған Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙына, ата-әсәләребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ.

Диана АЛЛАЯРОВА.
Учалы ҡалаһы,
Сабир Йыһаншин исемендәге
1-се башҡорт лицейы.

Магнит ҡалаһына сәйәхәт
Магнит ҡалаһына сәйәхәт
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас