



Беҙҙең ғаилә 5 кешенән тора. Атайыбыҙ Рәфил Риф улы алыҫ Себер тарафтарында ДВС машинисы булып эшләй, беҙҙең өсөн иң ныҡлы терәк һәм ҡалҡан. Әсәйебеҙ Дилбәр Дамир ҡыҙы – Өфө ҡалаһының 94-се лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Беҙгә лә, уҡыусыларына ла туған телдең гүзәллеген өйрәтә.
Даниэль менән беҙ I синыфты уңышлы ғына тамамланыҡ. Ҡустыбыҙ Рафаэль балалар баҡсаһына йөрөй, беҙҙең ғаиләнең ҡояшы ул.
Әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң ҡото, гөл-сәскәләр үҫтерә һәм иң тәмле баллы торт бешерә. Атайыбыҙ – алтын ҡуллы оҫта, һәр бер эште белә. Мин сәйләндән беләҙектәр, йөҙөктәр эшләйем. Даниэль – хайуандар донъяһын тикшереүсе, төрлө бөжәктәр менән ҡыҙыҡһына һәм совет осоро әйберҙәренән үҙенсәлекле коллекция йыя. Рафаэль – конструктор ҡорорға һәм велосипедта елдерергә яратыусы шәп спортсы. Бына шундай беҙҙең ғаиләбеҙ!
Сафия ХИСМӘТУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.