

Мин каникулда ауылда ял итәм. Бөгөн апайым менән печенье бешерҙем. Уны тышта, саф һауала, иптәштәрем менән ашаныҡ.
Рецебы ябай: бер ҡап аҡ май, ярты килограмм он, 150 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, аш һеркәһе менән һүндерелгән ярты аш ҡалағы сода, самалап тоҙ алына. Ҡамыр баҫабыҙ, йәйеп, төрлө формала ҡырҡабыҙ.