

Атайым бар, әсәйем бар,
Беҙ – татыу ғаилә:
Мин – Зилиә, һеңлеләрем
Йәсминә һәм Ләйлә.
Атайым минең бик уңған,
Һәр эшкә оҫта.
Әсәй ҡумыҙ серен сисә
Беҙҙең клубта.
Мин бөттөм бишенсене,
Өстө – Йәсминә.
Ләйләбеҙ йөрөй баҡсаға –
Ул бит кескенә.
Күмәкләшеп башҡарабыҙ
Һәр эште өйҙә.
Буш ултырмай, йомғаҡ һүтә
Хатта бесәй ҙә.
Өйөбөҙҙөң эсе йәмле
Бәхет тулғанға.
Беҙ бәхетле – атай менән
Әсәй булғанға.