+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
3 Июля , 07:15

Рәхмәт ҡағыҙы алып һөйөндөм

Уҡыуҙар тамамлан­ғас, ике көн рәттән Өфөлә булыу бәхете тей­ҙе. Шулай ҙа иң иҫтәлеклеһе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында уҙған «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың XVIII төбәк-ара конкурсында ҡатнашыу.

Рәхмәт ҡағыҙы алып һөйөндөмРәхмәт ҡағыҙы алып һөйөндөм
Рәхмәт ҡағыҙы алып һөйөндөм

Тәүге этапта уңышлы сығыш яһап, йомғаҡлау өлөшөндә һынау тоттом. Бик ныҡ ҡыуандым да, бер аҙ тулҡынландым да. Республикабыҙҙың төрлө ҡала, райондарынан, хатта күрше өлкәләрҙән дә иң-иңдәр йыйылғайны бит сәсәндәр бәйгеһенә.
Был конкурс ва­ҡытында үҙемә дуҫтар, яңы таныштар таптым. Улар барыһы ла рухлы, шәп малай-ҡыҙҙар ине! Сәсәниә Розалиә Солтангәрәева апай беҙгә үҙенең теләктәрен еткерҙе. Уның әйткәндәрен һәр саҡ иҫемдә тотасаҡмын.
Дүртенсе Халыҡ-ара китап байрамында ла булып өлгөрҙөк. Хатта сәсәндәр тирмәһендә «Урал батыр» эпосынан өҙөк башҡарып, Рәхмәт хаты ла алып һөйөндөм.
Өфөнән рухи көс туп­лап, дәртләнеп ҡайттым. Атай-әсәйемә, уҡы­тыусыма ҙур рәхмәт! Шулай матур ғына башланып китте минең каникулым. Алдағы көндәремде лә күңелле, фай­ҙалы уҙғарырмын.


Әҙилә АҘНАБАЕВА, V cиныф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Рәхмәт ҡағыҙы алып һөйөндөм
Рәхмәт ҡағыҙы алып һөйөндөм
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас