

Ә ауылдағы «Арғымаҡ» көндөҙгө мәктәп яны лагерына йөрөү — үҙе бер хәтирә. Йылдағыса, бигерәк күңелле булды унда. Ҡайҙа ғына барманыҡ, ниндәй генә мауыҡтырғыс саралар уҙғарманыҡ үҙ эштәрен яратып башҡарған тәрбиәселәребеҙ менән!
Көн һайын ҡыҙыҡлы уйындар, экскурсиялар, осрашыуҙар булып ҡына торҙо. Ишембай районындағы Торатауға, Ғафури районындағы дөйәғоштар фермаһына сәйәхәт, бассейнға барыу, Стәрлетамаҡ ҡалаһына Гагарин исемендәге паркта булыу, балыҡ тотоу, һабантуйҙа ҡатнашыу оноторлоҡмо ни!
Лагерҙа эшләгән уҡытыусы ағай-апайҙар ялыбыҙ күңелле һәм файҙалы булһын өсөн күп көс һалды. Уларға ҙур рәхмәт! Үҙҙәренә лә яҡшы ялдар теләйем.
Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән Рәсәй һәм Өфө ҡалаһы көнөндә ял иттек. Атай-әсәйемдең тыуған ауылы Төрөмбәттә «Өршәк буйы» байрамы уйындарында ҡатнаштыҡ. Туғандар менән осрашып, рәхәтләнеп ял иттек.
Данис ЙӘЛИЛОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.