

Алтын ҡушаматлы аты менән ул быйыл Учалы районын һабантуйында ла беренсе килгән. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Альбертты өләсәһе Ғөбәйҙә һәм олатаһы Рәүеф Фәткуллиндар тәрбиәләй. Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән ат сабыштары еңеүсеһе Рәүеф Зәки улы ейәнен 10 йәшендә атҡа ултырта. Олатай ейәндәре Рәфил һәм Альбертта атҡа һөйөү уятып ҡына ҡалмай, еңеүсе рухын да үҫтерә.
- Тәүге тапҡыр пониҙа ярышып, район һабантуйында икенсе урын алған инем. Шунан дәртләнеп, олатайымдың сабыш атында күнекмәләр үтә башланым. 2025 йылда «Мәргән уҡсы» республика бәйгеһендә йәш сабышсылар ярышында еңеп, ҡолоҡай менән бүләкләндем. Әле ул бәләкәй, тик киләсәктә мин уның менән дә урындар алырмын, - тип етди пландар ҡора Альберт.